Мәрхәмәтлек
4 Февраля 2022, 02:36

Әйтеп бөтөрөрлөк түгел

Дуҫтар күп тә ашап-эскәндә, улар ҡайҙа ҡайғы төшкәндә, тип һамаҡларға яратабыҙ ҙа, ысынында, беҙҙең районда яҡшы кешеләр, ысын дуҫтар күп. 

Әйтеп бөтөрөрлөк түгелӘйтеп бөтөрөрлөк түгел
Әйтеп бөтөрөрлөк түгел

Яҡшымбәт ауылында Булатовтар ғаиләһе бәләгә тарығас, бының шулай икәне тағы бер тапҡыр күренде. Ғаилә башлығы һаман булһа рәхмттәрен әйтеп бөтә алмай.(Беренсе хатты алдараҡ баҫҡайныҡ   https://youshatir.ru/articles/y-r-kt-n-sy-an-r/2021-12-28/alla-y-t-l-be-ikel-t-aytar-yn-2637081

"Тағы ла өҫтәп ҙур рәхмәттәребеҙҙе Мораптал ауылында йәшәүсе эшҡыуарҙар Сәғәҙиева Мәрүәр Әхтәм ҡыҙы һәм Сәғәҙиев Фильсун Сәғәҙи улына еткерәбеҙ.
Иң башта уҡ Урал Дамир улынан телефон һандарын һорап алып, шылтыратып хәлдәребеҙҙе белешеп, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлаштылар. Беҙ Морапталда магазин тотабыҙ, килегеҙ, ни кәрәк шуны алырһығыҙ тинеләр, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында барып булманы, байрамдар ҙа етеп килгән мәл ине, әҙерлекһеҙ булмай. Бер көн Фильсун ағай менән Мәрүәр апай үҙҙәре килеп төштөләр ауылға, ул һауыт - һабалар, кәстрүлдәр, мендәрҙәр, юрған, матрас, микроволновка, үтек, фен кеүек кәрәк яраҡтар, һ.б., һ б. тейәп алып килгәндәр. Рәхмәтебеҙ сикһеҙ һеҙгә.
Шулай уҡ, рәхмәттәребеҙҙе ауылыбыҙ биләмәһе башлығының ҡыҙы Лилиә һәм кейәүе Наил Ғәлләмовтарға еткерәбеҙ, улар ноутбук биреп ебәргәндәр. Ҙур рәхмәттәр һеҙгә.
Шулай уҡ, рәхмәттәребеҙҙе Ғәлиә Әхтәм ҡыҙына һәм уның бер туғандарына, Нәзирә апайға, Наза апайға, Фәриҙә апайға һәм Әҡсән ағайға еткерәбеҙ. Ғәлиә Әхтәм ҡыҙы шалтыратып, беҙҙең Әтей - Әнәй өйө буш тора, шунда тороп тороғоҙ тип тәҡдим яһаны, әлеге мәлдә шунда торабыҙ. Рәхмәт һеҙгә.
Беҙҙең ғаиләбеҙ исеменән һәммәгеҙгә лә тағы ла бер ҡат оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡылған изгелектәрегеҙ меңләтә әйләнеп ҡайтһын, иҫән - имен булайыҡ. Амин????????????????????"

Фидан Булатов, Яҡшымбәт ауылы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас