Все новости
МАТБУҒАТ
11 Апреля 2023, 08:15

Бала ихласлығы

Балаларҙың ихласлығынан да саф тойғо бармы икән?

Бала ихласлығы
Бала ихласлығы

Күмертау ҡалаһындағы осрашыуҙар теҙмәһендә Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияның 2-се корпусында урынлашҡан балалар баҡсаһында ла булдыҡ. (Был турала алдараҡ - "Юшатыр")

Кескәйҙәр беҙҙе тәрбиәсе апайҙары Зөбәржәт Хөсәйенова менән "Йәшерәм яулыҡ" уйынын уйнап ҡаршы алды.

Улар "Ләйсән" төркөмөнә йөрөй, башҡортса йырҙар, шиғырҙар, бейеүҙәр өйрәнә. Осрашыуға һәр береһе милли кейем кейеп килгән.

"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина улар менән ихлас әңгәмә ҡорҙо.
Балалар илебеҙ Рәсәй, республикабыҙ Башҡортостан, уның баш ҡалаһы Өфө, ә үҙҙәре йәшәгән ҡаланың Күмертау икәнлеген яҡшы белә.

Осрашыу һуңында һәр береһе Лариса Хашим ҡыҙын ҡосаҡларға ашыҡты. Балаларҙың ихласлығынан да саф тойғо бармы икән?

Айгөл ҒӘБИТОВА.

Автор:
Читайте нас: