Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн беҙҙең яҡташыбыҙға Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен бирҙе. Генерал һәм уның яугирҙәре үлемһеҙ данының сере нимәлә һәм ни өсөн награда шул тиклем йылдар үткәс бирелде? Беҙ ошолар хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белештек.
Мәктәпте тамамлай алмаған, әммә бер нисә сит тел өйрәнгән
Миңлеғәле Шайморатов 1899 йылдың 15 авгусында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районының Биштәкә ауылында тыуған. Хәҙерге көндә ул Шайморатов ауылы тип атала. Ул ябай ғаиләлә үҫә. Атаһы Минһажетдин дүрт баланы ашатып-кейендереү өсөн Волга, Кама һәм Ағиҙел йылғаларында бурлак булып йөрөй, ә әсәһе Нәжибә йорт мәшәҡәттәрен алып бара.
Миңлеғәлегә ун йәш булғанда әсәһе үлә, ғаиләнең көнитмеше ауырлаша. Балалар тамаҡ хаҡына байыраҡ күршеләренә яллана. Миңлеғәле бик зирәк малай була, уҡырға ярата, әммә ауыл мкәтәбенә йөрөргә ваҡыты булмай һәм ул мәлендә башланғыс белем алыуҙан мәхрүм ҡала.
Шулай ҙа белемгә ынтылышы көслө була. Шайморатов ғүмере буйы яңылыҡҡа, ни ҙә булырға белергә ынтыла. Уға сит телдәр еңел бирелә. Константин Симонов яҙыуынса, ул инглиз, ҡытай, татар, уйғыр һәм ҡаҙаҡ телдәрен яҡшы белгән, француз телен аңлаған. Тап шуға күрәлер ҙә «хөкүмәттең айырым заданиелары буйынса ярты донъяны гиҙеп сыға».
Семен Буденный көмөш ҡылыс бүләк итә
16 йәшендә Шайморатов Өфөгә килә – бында эш табыу еңелерәк була. Атаһының танышы ярҙамы менән «Урал» пароходына матрос–йөк ташыусы булып эшкә урынлаша. Бында өс йыл эшләй. Граждандар һуғышы осоронда, Өфөнө Колчак ғәскәренән азат иткәс, Миңлеғәле Ҡыҙыл Армия сафына ҡушыла. Бала саҡтан ат яратып үҫкән егет Блюхер отрядындағы атлы разведкала хеҙмәт итә, Петроград янында Юденич һәм Деникин ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша, Польша фронтында була, Ростов һәм Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнаша.
Командирҙар тырыш егетте шунда уҡ шәйләп ала һәм кавалерия мәктәбенә уҡырға ебәрә. Сығарылыш имтихандары мәлендә ул граната ташлау, трамплиндан һыуға һикереү һәм ҡылыс менән атта сабыу буйынса алдынғы урындар яулай. Бының өсөн ҡыҙыл «шаровар» салбар, йәшел буҫтау гимнастерка һәм буденовка менән бүләкләнә. Һуңғараҡ, кавалерия полкында хеҙмәт иткәндә, Шайморатов төрлө бандаларҙы ҡыйратыуҙа ҡатнаша. Бер махсус операциянан һуң Семен Буденный Шайморатовҡа Почетлы революция ҡоралы – исемле көмөш ҡылыс бүләк итә. Был ҡылысты яҡташыбыҙ һуңғы көнөнәсә үҙе менән йөрөтә.
Кремлде һаҡлаған
1925 йылда Миңлеғәле Шайморатовты Мәскәүгә эшкә алалар. Ул унда берләшкән хәрби мәктәпте етәкләй, һуңынан Кремлде һаҡлау буйынса полк командиры булып китә.
Биш йылдан һуң ул М.В. Фрунзе исемендәге хәрби академияның махсус факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, яҡташыбыҙҙы Ҡыҙыл Армияның Разведка идаралығының 2-се бүлек начальнигы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Бер аҙҙан уны Төркиәгә хәрбиә атташе, ә һуңғараҡ Ҡытайға хәрби советник итеп ебәрәләр. 1938 йылдың ғинуарында Шайморатовҡа полковник хәрби дәрәжәһе бирелә. Командировканан ҡайтҡас, уға айырым Кремль полкы менән етәкселек итеү ышанып тапшырыла.
Дивизия Геройҙар һаны буйынса рекорд ҡуя
1941 йылдың аҙағына тотош ил буйынса урындағы халыҡ иҫәбенә хәрби берләшмәләр төҙөү башлана. Тап ошо мәлдә Башҡорт кавалерия дивизияһына нигеҙ һалына – бөтә республиканан Дим станцияһына доброволецтар килә. Уларҙың күп өлөшөн әрме сафында хеҙмәт итмәгән, уҡый-яҙа белмәгән, бер ваҡытта ла ҡулында ҡорал тотмаған кешеләр тәшкил итә. Әммә тап ошо дивизия бөтә Ҡыҙыл Армия составында иң данлыһы булып таныла.
Махсус рәүештә ҡайтарылған Миңлеғәле Шайморатов буласаҡ яугирҙәрҙе шәхсән үҙе атырға, урын-ерҙә ориентир алырға өйрәтә, физик йәһәттән сыныҡтырыу өсөн унар саҡрымлыҡ саңғы уҙыштары ойоштора. 1942 йылдың мартына дивизияла биш меңгә яҡын кеше туплана.
1942 йылдың 22 мартында республиканың Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов 112-се кавалерия дивизияһына Ҡыҙыл байраҡ тапшыра. Байраҡты ҡабул итеп, Шайморатов уны Берлинғаса алып барып еткерергә ант бирә.
Ошо йылдың 2 июлендә дивизия Елец ҡалаһынан алыҫ түгел урында тәүге хәрби сынығыу ала. Үҙенең һаны буйынса дивизия алты саҡрым арауыҡта ышаныслы оборона тота ала, әммә уға ике тапҡыр күберәк арауыҡты һаҡларға тура килә. 1942 йылдың 10 ноябрендә Шайморатовҡа генерал-майор хәрби дәрәжәһе бирелә.
«Салауат вариҫтары сигенә белмәй», – ти Шайморатов яугирҙәрен атакаға күтәргәндә. Башҡорт атлылары айырым бер саялыҡ менән һуғыша, тап шуның өсөн фашистар уларҙы күрә алмай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Шайморатов дивизияһы Дондан Эльбағаса 4000 километр юл үтә. Һуғыштағы ҡаһарманлыҡтары өсөн ул 15 тапҡыр Юғары Баш командующий бойороҡтарында телгә алына. Дивизияның 3860 яугире орден һәм миҙалдар менән наградлана, шуларҙың 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры булып таныла. Был тиклем геройҙы Ҡыҙыл Армияның башҡа бер берләшмәһе лә бирмәй.
Биш йыл хәбәрһеҙ юғалған булып һанала
1943 йылдың февралендә дивизияға немецтарҙың тәрән тылында ҡалған Ворошиловград (хәҙерге Украина биләмәһендәге Луганск) ҡалаһына рейд яһау бурысы ҡуйыла. Рейдты уңышлы ойоштороуға ҡарамаҫтан, дивизия дошман ҡыҫырыҡлауына эләгә. Әгәр Шайморатов дивизия байрағын ҡотҡарыу өсөн артҡа сигенгән төркөм менән китһә, иҫән дә ҡалыр ине. Әммә ул үҙенең төп көстәре менән бергә ҡалыуҙы, һуңғы алышты ҡабул итеүҙе һайлай.
Майор Ҡадыров уның үлемен былай тип тасуирлай: «Ул яҡынса утыҙ дошман һалдаты һәм офицеры ҡамауында ҡалды. Ҡулына ҡылысын алып, фашистар менән алышыусы генерал атынан ҡоланы. Уның аты беҙҙең яндан сабып үтеп китте...» Икенсе фараз буйынса Шайморатовтың ҡулы яралана. Санитар яраһын бәйләгән саҡта, генералдың башына дошман пуляһы тейә. Өсөнсөләр һөйләүенсә, уны әсирлеккә алып, шул яланда уҡ язалайҙар.
Командирҙың үле кәүҙәһен яу яланынан алып сығыу мөмкин булмай. 1948 йылға тиклем генерал «хәбәрһеҙ юғалған» булып һанала. Уның кәүҙә өлөштәрен табыу өсөн махсус тикшеренеү үткәрергә кәрәк була. Шайморатовты Луганск янындағы хәрби часть биләмәһендә яңынан ерләйҙәр. Бик күп юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, иҫән ҡалған яугирҙәр дивизияның һәм уның полктарының хәрби байраҡтарын һаҡлап ҡала һәм, генерал вәғәҙә иткәнсә, уларҙы Берлинғаса алып барып еткерә.
Сталин заманында уҡ Герой исеме биреүҙе юллайҙар
Башҡортостан етәкселеге Шайморатовҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме биреүҙе 1948 йылдан юллай башлай. Тәүҙә бер хәрби начальник ҡаршы сыға, артабан илдә «шәхес культы»на ҡаршы көрәш башлана һәм, заманында Сталин яҡшы мөнәсәбәттә булғанлыҡтан, яҡташыбыҙҙың шәхесен яратмаусылар табыла. 1958 йылда Советтар Союзы маршалы Семен Буденный үҙе яҙа.
– Мин Шайморатовты ҙур ихтыяр көсөнә эйә шәхес, һәләтле хәрби начальник һәм совет иленең ысын патриоты тип белдем. Немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡатмарлы һуғыш шарттарында ул үҙен оҫта ойоштороусы һәм кавалерия берләшмәһе командиры итеп танытты, бер нисә тапҡыр шәхсән батырлыҡ өлгөләре күрһәтте, – тип яҙа ул.
Яңы тарихта ла ғәҙеллек юллап ҡарайҙар – Мортаза Рәхимовтың хакимиәте был мәсьәлә менән етди шөғөлләнә. Эш шунда: ҡағиҙәләргә ярашлы, үлем шарттары аныҡ билдәле булырға тейеш, әммә улар юҡ.
Был мәсьәлә 2020 йылдың март аҙағында Радий Хәбировтың үтенесе буйынса хәл ителде.
– Бөгөн – Рәсәй Президенты тарихи хәҡиҡәтте тергеҙгән көн. Мин ысынлап та был хаҡта хыялландым. Рәсәй Президенты бер нисә быуын Башҡортостан халҡының ынтылышын хупланы һәм һирәк эшләнгән иҫкәрмә рәүешендә ҡарар ҡабул итте. Бөгөн Владимир Путиндың Указы менән Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме менән наградланды, – тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең блогында.
Шайморатов дивизияһы геройҙары:
5 Дан орденының тулы кавалеры
78 Советтар Союзы Геройы
3860 яугир орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.