Все новости

ФИҘАҠӘР ХЕҘМӘТЕГЕҘ ОНОТОЛМАҪ

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте майҙа тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләүсе хеҙмәт ветерандарын ихлас ҡотлай!

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте майҙа тыуған көндәрен һәм юбилейҙарын билдәләүсе хеҙмәт ветерандарын ихлас ҡотлай!

Хөрмәтле хеҙмәт ветерандары!
Йәмғиәтебеҙ именлегенә намыҫлы ижади хеҙмәтегеҙ – Ватаныбыҙға хеҙмәт итеүегеҙҙең сағыу миҫалы. Үткән тормош юлығыҙ ватандаштарығыҙҙың тәрән ихтирамына һәм оло рәхмәтенә лайыҡ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи көс-ҡеүәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләйем. Ғүмерегеҙ буйы яҡындарығыҙҙың күңел йылыһы, һөйөү-хәстәрлеге һәм ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәгеҙ.
Ю.Т. ИЛЬЯСОВ,
Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы.

ХАЛЫҠ ХУЖАЛЫҒЫНЫҢ ТӨРЛӨ ТАРМАҠТАРЫНДА (АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, ТРАНСПОРТ, МӘҘӘНИӘТ, МӘҒАРИФ Һ.Б.) АТҠАҘАНҒАН ИСЕМЕНӘ ЛАЙЫҠ БУЛҒАН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ:
АФАНАСЬЕВ Сергей Николаевич, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Керәүле-Илюшкин ауылы;
ИСМӘҒИЛЕВА Раҡия Әхмәтғәли ҡыҙы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы, Йомағужа ауылы;
МОСТАФИНА Лениза Мөхәмәҙи ҡыҙы, БР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Яңы Мораптал ауылы;
ҺАБАНҒОЛОВ Шамил Бәҙретдин улы, БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы, Яманғол ауылы;
ЮЛБАРИСОВ Рәжәп Рамаҙан улы, БР-ҙың атҡаҙанған врачы, Салауат Юлаев ордены менән наградланған, Яңы Мораптал ауылы.
ҒӘҘЕЛШИН Ирек Фәйзулла улы, БАССР-ҙың Юғары Советы почет грамотаһы менән бүләкләнгән, Холодный Ключ ауылы.
ТАҢАТАРОВ Әсхәт Шәйхетдин улы, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Киров исемендәге элекке колхоз рәйесе, Яңы Мораптал ауылы.
ЧЕРНОБЫЛЬ АЭС-ындағы ҺӘЛӘКӘТ ЭҘЕМТӘЛӘРЕН БӨТӨРӨҮҘӘ ҠАТНАШЫУСЫЛАР, АФҒАНСТАН ҺӘМ ЧЕЧЕН РЕСПУБЛИКАЛАРЫНДАҒЫ ХӘРБИ ХӘРӘКӘТТӘРҘӘ ҠАТНАШЫП, ОРДЕНДАР МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНГӘН ВЕТЕРАНДАР:
ЧЕЛЫШЕВ Сергей Павлович, II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланған, Ермолаево ауылы;
ӘҘЕҺӘМОВ Рәмзик Абдулла улы, II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланған, Абдул ауылы.
БАССР ЮҒАРЫ СОВЕТЫ ПРЕЗИДИУМЫНЫҢ ПОЧЕТ ГРАМОТАЛАРЫ МЕНӘН БҮЛӘКЛӘНГӘН ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ:
ГОЛОВЛЕВА Тамара Николаевна, Михайловка ауылы;
МӨЛӨКОВ Фәнүр Әхмәт улы, Яңы Мораптал ауылы;
ХИСМӘТУЛЛИНА Тәслимә Сибәғәт ҡыҙы, Яңы Муса ауылы.

Читайте нас: