«Юшатыр»ҙың 29-сы һанында (10.04.20) «Легендар генерал Шайморатов тураһында алты аҙ билдәле факт» тигән белешмә баҫылғайны. Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУБ-ы тарафынан әҙерләнгән белешмәне нигеҙләнеп яҙылған. Күптән инде Алдар Иҫәкәйев, Салауатыбыҙ, Кинйә Арыҫланов, Зәки Валиди, Муса Мортазиндарыбыҙ кеүек халҡыбыҙҙың үлемһеҙ батырҙары исемлеген тулыландырған исемдәр генерал Шайморатов тураһындағы мәҡәләләр гәзит уҡыусыларҙың береһен дә вайымһыҙ ҡалдырмағандыр, моғайын. Шулай уҡ мине лә хайран итте лә, «мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе гәзиткә яҙа алаһығыҙ» тигәнгә нигеҙләнеп, ҡулға ҡәләм алырға булдым әле. Гәзиткә бирелгән материалдар етерлек булмағанмы, әллә «районканың» бите самалыраҡмы халҡыбыҙҙың 75 йыл буйына милли геройына әйләнеп киткән Шайморатовтың ысын мәғәнәһендә батырҙарса эшмәкәрлеге тураһында төрлө сығанаҡтарҙан белгәндәремде гәзит уҡыусылар иғтибарына, бөтәһен дә булмағанда ла, бер икеһен генә булһа ла еткерергә йөрьәт иттем. 1943 йылдың февралендә дивизияға немец тылында ҡалған Ворошиловград (хәҙер Луганск) ҡалаһына рейд яһау бурысы ҡуйыла тиелә гизиттә. Бында дөрөҫлөктән бер ни тиклем тайпылыш бар. Ул рейдты ойоштороуҙың төп маҡсаты – Сталинградты ҡамауға алған фашист ғәскәрҙәренә Ворошиловград яғынан килер дошман көстәренә тотҡарлыҡ күрһәтеү, уларҙың киртен үҙебеҙҙең көстәрҙең етәкселегенә еткереп тороу була.
Маяҡ ауылында йәшәүсе Исмәғил Аҡъюловтың тулы хатын «Юшатыр»ҙың 41-се һанында уҡығыҙ.