Ирина ИШҠОЛОВА, Артурҙың әсәһе:- Тимер ағайҙың әйткәндәренә шуны ла өҫтәп китер инем. Лейтенант Артур Ишҡолов минең улым. Ҡуй, тип әйтеүселәр табылһа ла, беҙҙең ҡаланан беренсе булып Мәскәү юғары дөйөм хәрби команда училищеһына уҡырға инде. Хәҙерге ваҡытта ул академия статусын алды. Яҡшы уҡыны, уҡыу йортондағы бөтөн сараларҙа ла актив ҡатнашты. Уҡып бөткәс, үҙенең теләге менән, Әрмәнстандың Гюмри ҡалаһында урынлашҡан Рәсәй хәрби часына юлланды. Әлеге ваҡытта шунда хеҙмәт итә.Радмир ҙа, мотлаҡ Артур ағайым тамамлаған хәрби уҡыу йортона керәм тигәйне, һүҙендә торҙо.Минең улым Артур ҙа Ҡыҙыл майҙанда үткәрелгән өс хәрби парадта ҡатнашты. Шуның менән хаҡлы рәүештә ғорурланам. Ул, ғөмүмән, беҙҙең барлыҡ туғандарыбыҙҙың да ғорурлығы, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы ысын ир.Мөмкинселектән файҙаланып, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа ла рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Ул тыуған районыбыҙҙың, республикабыҙҙың, илебеҙҙең ғорурлығы булырҙай егет-ҡыҙҙарҙы уҡытыуға, уларға дөрөҫ йүнәлеш биреүгә күп көс һала. Киләсәктә лә ошо йүнәлештә актив эш алып барһын ине.Илебеҙ күге аяҙ, атҡан таңдарыбыҙ тыныс булһын. Барығыҙға ла сәләмәтлек теләйем!Тулы материал "Юшатыр"ҙың 51-се һанында.#Еңеүгә75#мәңгеХәтерҙә #75летПарадПобеды