- Был һуғыш тураһында иҫтәлектәр йыйыу эше 1988 йылда уҡ башланған ине. Тәүге ике китабым сыҡты, был 3-һө. Әсәйем һуғыш йылдары балаһы, уның иҫтәлегенә лә бағышланған ул. Белорус яҙыусыһы Светлана Алексиевичтың «У войны не женское лицо» китабы тәҫире аҫтында, ошо иҫтәлектәрҙе яҙыу башланды, - тине Зөһрә апай Ҡотлогилдина. - Һуғыш балалары һөйләй» китабыма 29 райондан булған 300 ветеран иҫтәлеге, улар иҫәбендә 20-нан ашыу яҡташтарыбыҙ хәтирәләре лә яҙылды. Илкәнәй, Таймаҫ, Яңы Ауыл, Яҡшымбәт ауылдарынан, Күмертау ҡалаһында йәшәгән һуғыш йылдары балалары хәтирәләре китапта сағылыш тапты.
Геройҙарыма бүләк итеп китаптарҙы ебәрә алдым, китап хаҡы өсөн аҡсалата ярҙам иткән Зиннур Закир улы Исхаҡовҡа оло рәхмәтемде белдерәм. Ҡайһы бер ветерандар үҙҙәре яҙҙырған иҫтәлектәрҙе китапта күрмәй донъянан китә, ләкин уларҙың балалары өсөн был ҙур бүләк, ата-әсәһе хаҡында матур хәтер.
Тулы материалды "Юшатыр"ҙың 82-се һанында уҡығыҙ.