Все новости

Данлыҡлы уҡытыусы иҫтәлегенә

#Юшатыр_гәзите #газетаЮшатыр #мәғариф #данлыҡлы_уҡытыусығаСтелла #һәйкәл

Азамат Байбулатов, Фәтхелислам Мисбах улының ейәне:
"Олатайым үлгәндә, миңә 5 йәш ине. Иҫтә ҡалғандарҙан бик аҙ. Шулай ҙа уны бик аккуратист кеше тип хәтерләйем. Тышта мал ҡарап керә лә, өйҙә матур кәстүмдәрен кейеп ултыра торғайны. Брежнев үлгән көндө телевизорҙан Президиум барамы шул. Ул һәр ваҡыттағыса кәстүм кейеп алған, гәзит уҡып ултыра ине. Мин бәләкәй бала шаярып, йүгереп йөрөп, гәзитен эләктергәнмен. Асыуынан шапалаҡлап бер беште, шул хәтерҙә ныҡ ҡалған. Велосипедта йыш йөрөнө, мәктәпкә эшкә лә шулай барыр ине. Өләсәйем һөйләүҙәренән, уның тормошо еңел булмаған, 9 йәшенән йәтим ҡала, 14 йәшкә тиклем төрлө ғаиләләрҙә аҫраулыҡта була. Бер нисә тапҡыр ҡасып китеп тә ҡарай, ләкин атҡа таҡтырылып, ҡайтарыла. Бик йәшләй Яманғолда уҡытыусы булып эшләй башлай. Өләсәйем Фатима менән 7 бала тәрбиәләйҙәр, әле 5 балаһы иҫән. Йәй көнө олатайҙың ҡәберлегенә барып ҡайтҡан инек, был юлы мемориал таш асыу сараһына ҡайтып булманы”, - тип ҡыҙғанысын белдерҙе Азамат Ришат улы.

Тулы материал 86-сы һанда.

#Юшатыр_гәзите #газетаЮшатыр әғариф #данлыҡлы_уҡытыусығаСтелла #һәйкәл

Читайте нас: