Все новости

Тарихи мәлдең шаһитыбыҙ

23 октябрҙә Яманғол ауылында тарихи ваҡиға булды. Данлыҡлы яҡташыбыҙ Раил Байбулатовтың атаһы, арҙаҡлы уҡытыусы, ҡәҙерле атайыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифе отличнигы Байбулатов Фәтхелислам Мисбах улына рәсми рәүештә мемориаль таҡта асылды.#мемориальнаядоска #рәхмәтхаты #Яманғол #БайбулатовФәтхелислам #газетаЮшатыр

Ҡәҙерлебеҙҙең исемен мәңгелләштереү өсөн ҙур көс һалған Сынтимер Мөрсәлимовҡа, уның идеяһын тормошҡа ашырырға ярҙам иткән район башлығы Юлай Ильясовҡа, Отрада ауыл хәкимиәте башлығы Галина Майороваға айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ауыл халҡы, бағымсылар ҙа ситтә ҡалманы. Яратҡан гәзитебеҙ "Юшатыр" аша һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Фәнүзә СМАКАЕВА
Ира ауылы

Тулы хат 87-се һанда баҫылды.

#мемориальнаядоска #рәхмәтхаты #Яманғол #БайбулатовФәтхелислам #газетаЮшатыр

Читайте нас: