Рәшит Әхмәҙулла улы, Ҡытай иле аша үтеп, яу юлдары буйлап Кореяға йәйәүләп барып етә. Япон самурайҙарын тар-мар итеү менән, 38-се параллель буйынса сикләү һыҙаты булдырыла, сик буйы ғәскәрҙәре бында заставалар ҡора. Кореяла Рәшит абзый 1949 йылдың декаберенә тиклем хеҙмәт итә. Артабан ул хәрби хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта дауам итә.
Бөйөк Еңеү һалдаты 1950 йылдың май айында ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Өйҙә уны әнейе һәм туғандары ҡаршылай. Ҡыҙыл Армия сафтарына бер ғаиләнән өс кеше алына. Һуғышҡа тиклем уҡытыусы булып эшләгән үгәй әтейе Шәйхелислам Бәширов яуҙа хәбәрһеҙ юғала. Хәйрулла абзыйы Курск дуғаһында барған алышта батырларса һәләк була.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ишморатов ғүмере буйы хужалыҡта механизатор булып эшләй. Лайыҡлы ялға сыҡҡас та, ете йыл тракторҙа йөрөй. “Өйрәнгән эш бит, өйҙә нишәп ятайым инде»,- ти ул. Уның хеҙмәт стажы – 54 йыл. Тормош иптәше Мөнәзәһә апа менән улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Рәшит Әхмәҙулла улы төрлө йылдарҙа «Японияны еңгән өсөн», «Кореяны азат иткән өсөн» миҙалдары, «Отличник-пулеметсы» билдәһе менән бүләкләнгән. Ветерандың бөгөн иң ҙур теләге: «Тыуған илебеҙҙең именлеге һәм тыныслыҡ. Балаларыбыҙ һәм оноҡтарыбыҙ беҙ күргәнде күрмәһен. Аллаһы Тәғәлә уларға тыныс тормош бирһен”, - тип үҙенең теләктәрен еткерә Рәшит Әхмәҙулла улы.
Илшат Нәжмиев
Шәбағыш ауылы
Тулы хат "Юшатыр"ҙың 103-сө һанында.