ҺОРАУ – ЯУАП
6 Октября 2021, 08:58

Беренсе, икенсе, өсөнсө....

Түбәнге Бабаларҙа 200 -гә яҡын кеше йәшәй, йорттар һаны 60-ҡа яҡын, ә бына бәләләре.... Ҙур бер ҡалаға торошло. Әбделәхәт Исхаҡов беҙҙе әллә ҡасандан бирле ауылына ҡоҙалай, килегеҙ, күрегеҙ. Юҡһа, беҙҙең яҡтарға килгән кеше юҡ, быйыл ғына район башлығы урынбаҫары, нисектер, аяҡ баҫырға баҙнат итте, унда ла килмәҫ ине - вакцина һалығыҙ тип йөрөй.

Беренсе, икенсе, өсөнсө....Беренсе, икенсе, өсөнсө....
Беренсе, икенсе, өсөнсө....
Беренсе һорау- ниңә, асфальт һалыр булғас, беҙҙең ауылды урап үтәләр, башҡаларға кәрәк был асфальт, беҙгә юҡмы? (Һүҙ ауыл янына һалынасаҡ асфальт тураһында, был турала алдараҡ яҙҙыҡ).
Икенсеһе. Ут бағаналарын алмаштырҙылар бер йылы, инде беҙҙең ауылға етәрәк, туҡтанылар, Түбәнге Бабаға килеп етмәй, әллә нисә бағана шул көйө, иҫке ҡалды, ҡыш булдымы, сымдарына ҡар ятып, ауылдағы утты һүндерә. 
Өсөнсөһө. Ауылға мәсет кәрәк. Бина бар. Элек яртыһы клуб, яртыһы контора булған бина шул көйө тора. Тик уны оформить итә алмайҙар, бер өлөшөн Искра хужалығы алам тигән, икенсе яғы кемдеке, эт белһен. Мәсет төҙөр булһаҡ, аҡсалата үҙем ярҙам итәм. Беҙгә закон яғынан ғына ярҙам кәрәк. 
Күпер. Ырымбур өлкәһенә сыға торған күпер тураһында һеҙ генә яҙҙығыҙ, башҡа береһенә лә кәрәкмәй ул. Күперҙең бер яғы Ырымбур, икенсе яғы - Башҡортостан. Бында елле стелла торорға тейеш, ә беҙ йыл һайын теге яҡҡа сыға алмай ыҙа сигәбеҙ. Ҡалта ауылына, тура һуҡтырып, юл яһаһалар лутсы булыр ине. https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_25516     https://youshatir.ru/articles/y-sh-yesh/2020-11-27/ur-er-men-n-totashyu-909796  Бына шулай, эштәр. Ҡайтаһығыҙмы, ҡана бензин һалайым....
Тулы материал гәзиттә сыға.   
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас