Ул йәнә хужаһыҙ ҡалды.
Ә бит яңы хужа килеп күҙгә күренеү менән беҙ уның янына атлыҡтыҡ, ишектән бигерәк, үҙебеҙ ҡыуандыҡ. Иптәш Мәзитов Юнир Хәсән улы китеп барған. Береһе бөгөн, ауыр уфтанып, унынсы урынбаҫар ине быныһы тине. Беҙ, бармаҡтарҙы бөгөп, иҫәпләп ҡараныҡ, Дашкин, Әминев, Зыятдинов, йәнә Әминев, Ибраһимов, Фәйзуллин, Исхаҡов, Мәзитов... арттыра ахры был, улай уҡ күп булмағандарҙыр, һәр хәлдә беҙ буталдыҡ.
Әле район башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары кем? Һорамаһағыҙ ҙа була - Әминев Руслан. Ваҡытлыса.
Йыр тыуҙы:
Күптәр булды килгән-киткән,
Матур итеп хәбәр һүткән,
Ҡуйырға булған һеҙҙе, Руслан, күптән,
Һеҙҙән яҡшырағы булмаҫ бүтән.