+13 °С
Облачно
Бәйгелә күп бала ҡатнашты, беҙҙән өс грамота булды. Береһе хаҡында яҙҙыҡ https://youshatir.ru/articles/y-sht-r-be-e-kil-s-k/2022-04-18/tayma-ovtar-a-dan-2774304
Еңеүсе тигәс, Павловка мәктәбен телгә алмай булмай. Бөтөн мәктәпте маҡтап әйтергә була, ә бына Әлфинә Әмәкәсова тураһында айырып әйтергә кәрәк - ил, тел тип янған ундай кешеләр донъяла һирәк. Уҡыусылары ла, үҙенә оҡшап, телгә мөҡиббән киткәндәр. Кем унда иң шәп уҡыусы тигәс, икеләнеп тә тормай, Хисамов Рифатты атанылар.