Бөтә яңылыҡтар
Ҡулай мөхит
23 Октябрь 2018, 13:21

ҺУҠЫРҘАР ҘА УҠЫЯСАҠ

Үткән йома көндө ҡаланың 3-сө һанлы “Һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән эштәрҙе ойоштороу үҙәге” моделле китапхана филиалында тифлосессия үтте.

Үткән йома көндө ҡаланың 3-сө һанлы “Һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән эштәрҙе ойоштороу үҙәге” моделле китапхана филиалында тифлосессия үтте. Уны һуҡырҙар өсөн башҡорт республика китапханаһы ойошторҙо.


Уҡытыу семинарында Күмертау ҡалаһы, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Федоровка райондары китапханалары белгестәре ҡатнашты. Сараны сәләмләү һүҙҙәре менән ҡаланың мәҙәниәт идаралығы директоры Светлана Тураева асты. Аҙаҡ оло йәштәгеләр, һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән эш алып барыу тураһында үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Әлфиә Шәмиғолова ентекле һөйләне.

Ҡунаҡтар төрлө мастер кластар күрһәтте, үҙҙәренең эш алымдары менән таныштырҙы. Кәңәшмә аҙағында һуҡыр йәш егет яҙмышы, уның үҙ хыялдарын тормошҡа ашырыуы тураһындағы фильм ҡарау барыһына ла оҡшаны. Тифлосессияла ҡатнашыусыларға сертификаттар һәм һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр менән эш алып барыу өсөн төрлө методик материалдар таратылды.
Читайте нас: