Все новости
Ҡулай мөхит
7 Декабря 2018, 10:29

ФАЙҘАЛЫ ЙОЛАҒА ӘЙЛӘНӘ

Был аҙнала, Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә бәйле, Ермолаево коррекция-интернат мәктәбендә хәйриә аукционы үтте. Сараны Көйөргәҙе районының Хәйриә фонды ойошторҙо.

Был аҙнала, Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә бәйле, Ермолаево коррекция-интернат мәктәбендә хәйриә аукционы үтте. Сараны Көйөргәҙе районының Хәйриә фонды ойошторҙо.


Аукционда Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл советтары хакимиәттәре башлыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, шулай уҡ Ермолаево ауылында йәшәүселәр ҡатнашты.

Аукцион бик йәнле һәм һөҙөмтәле булды. Барлығы 49 эш һатыуға сығарылды. Уларҙы район мәктәптәренең, балалар баҡсаларының, өҫтәмә белем биреү педагогтарының, инвалид балаларҙың иң яҡшы ижади эштәренән туплағандар. Аукционда һатыуҙан йыйылған аҡса 35 мең һум тәшкил итте. Ул район инвалидтарына ярҙам күрһәтеүгә тотоноласаҡ.

Беренсе аукцион 19 апрелдә «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында ойошторолғайны. Быныһы - сираттағыһы. Хәйриә ярҙамы күрһәтеү маҡсатында ойошторолған бындай саралар күркәм һәм файҙалы йолаға әйләнеп бара.
Читайте нас: