Көйөргәҙе районы инвалидтар ойошмаһының бөгөнгө тормошо, проблемалары хаҡында уның рәйесе Василий Булгаковҡа шылтыратып белештек.
- Районда инвалидтарға уңайлы шарттар булдырыу өсөн аҡса етмәй, - тине Василий Николаевич. - Магазиндарға, төрлө ойошмаларға кергән ерҙәрҙә шылтыратыр өсөн кнопкалар булырға тейеш, ә улар юҡ. Мәҫәлән, Ермолаевкалағы «Гүзәл» магазинына, шулай уҡ башҡа магазиндарға кереүе ҡыйын. Мәшғүллек үҙәге алдында, «Уралсиб»та пандустар һаман юҡ. Булған осраҡта ла, тотоноп менер өсөн таянғыстары ҡуйылмаған. Бәҙрәфтәргә лә таянғыстар ҡуйыр кәрәк. Быларҙы булдырыу өсөн аҡса кәрәк, әлбиттә.
Бығаса терапевт та Ермолаево дауаханаһының беренсе ҡатында ултыра ине, хәҙер өҫкә күсергәндәр. Оло йәштәге инвалидтарға, ых та ых килеп, икенсе ҡатҡа ыҙаланып менергә тура килә. Кемеһенә таяҡҡа таянып, кемеһенә коляска менән. Инвалидтарыбыҙҙың зарланыуына: «Һеҙҙең өсөн ни бары бер терапевт һәм кисектергеһеҙ ярҙам ғына бар», - тиҙәр.
Ни булһа ла, бирешмәйбеҙ, беҙҙең ойошма ағзалары спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Быйыл, 3 декабрҙә, Инвалидтар көнөн үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Әлеге ваҡытта райондар буйлап шашка, дартс, атыш, шахмат, гер спорты һәм башҡа спорт төрҙәре ярыштарында ҡатнашып йөрөйбөҙ. Ейәнсура, Күгәрсен райондарына барасаҡбыҙ, артабан Өфө ҡалаһында теннис буйынса ярышҡа әҙерләнәбеҙ.
Юғарыла телгә алынған ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең ойошма инвалидтарға ҡулдан килгәнсә иғтибар бүлергә, ярҙам күрһәтергә тырыша. 2008 йылда «Ҡулай мөхит» программаһы ҡабул ителгәйне. Уны ғәмәлләштереү 2025 йылға тиклем оҙайтылды. Был программаны тормошҡа ашырыуҙа беҙҙең район властары ла әүҙем ҡатнашыр, тип ышанабыҙ.