Иң күп аҙыҡ-түлек наборын шулай ҙа 3-сө БРГИ-ла һәм РПЛИ-ла уҡыусылар алды. Сөнки унда уҡыусыларҙың 100%-ҡа бушлай ашағандары аҙнаһына 1159,35 һум, 50%-ҡа бушлай туҡланыусылар аҙнаһына 579,65 һумға иҫәп тота. Хәйбулла, Йылайыр райондарында, Ырымбур өлкәһендә һәм башҡа йыраҡ тарафтарҙа йәшәүсе балаларҙың өйҙәренә тиклем алып биргәндәр. Ара йыраҡ булғанлыҡтан, уларҙың барыһына ла бер юлы ике аҙналыҡ аҙыҡ-түлек паегын таратҡандар. Шуға күрә лә интернат системаһында уҡыусы балаларҙың паектары бик ныҡ бай күренә. Нишләп уларҙыҡы күберәк, тип аптырамағыҙ.