Все новости
Ҡулай мөхит
31 Октября 2020, 21:30

Ситтә тороп ҡалмайыҡ

Быйыл ППМИ программаһы менән билдәләнгән проекттар бер-бер артлы тормошҡа ашырылып килә. Шуны дәлилләп, районыбыҙҙың күп ауылдары хәҙер балалар майҙансығы менән тәьмин ителде.#ппми #Айсыуаҡ #программаПоддержки #газетаЮшатыр

Быйыл ППМИ программаһы менән билдәләнгән проекттар бер-бер артлы тормошҡа ашырылып килә. Шуны дәлилләп, районыбыҙҙың күп ауылдары хәҙер балалар майҙансығы менән тәьмин ителде. Ермолаево силсәүитенә кергән бар ауылдарҙа ла тиерлек балаларға уйнар өсөн урындар ойошторолдо. Бер ай элек үк, Айсыуаҡ ауылында майҙансыҡ ҡуйыр өсөн урын әҙерләп, уйын комплексын көтәләр ине. Ошо көндәрҙә уйын майҙансығы алып ҡайтып төҙөкләндерелде. Ермолаево ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марина Букреева хәбәр итеүенсә, проекттың тулы хаҡы 1 миллион 450 мең һумға барып сыҡҡан.
- «АвтоБашСервис» (етәксеһе Денис Никитин) ойошмаһы менән килешеү төҙөлөп, улар балалар өсөн комплексты матурлап төҙөкләндереп ҡуйҙы. Республика финанслауынан 1 млн һум бүленде, ауыл хакимиәте бюджетынан 150 мең һум булды, шул уҡ сумманы спонсорҙар биргән ине. Ләкин сходта ауыл халҡы ҡул күтәреп ултырыуын ултырҙы ла, улар йыйып бирергә тейеш өлөшө – 150 мең әле һаман тапшырылмаған, - тип зарланды Марина Владимировна. – Былай барһа, республика программаларынан ситтә тороп ҡалабыҙ бит. Халыҡ ошондай эштәргә яуаплылыҡ менән ҡараһын ине.
Тулы материал 87-се һанда.
#ппми #Айсыуаҡ #программаПоддержки #газетаЮшатыр
Читайте нас: