Все новости
Ҡулай мөхит
10 Октября 2021, 08:51

Ит яҡшылыҡ

"Башҡорт ихатаһы" программаһын уйлап табып шәп иттеләр, ана, Күмертау быйыл нисек эшләне, бер йылы Ермолаевола ла бер ихатаны яңыртып ҡуйғайнылар, тик был ғына аҙ, тағы кәрәк - Йәшел урамындағы күп фатирлы йорттар ихатаһын йәшәртергә ине. 

Ит яҡшылыҡ
Ит яҡшылыҡ

Һəммəһе 6 миллион һум аҡса тотнасаҡбыҙ. Йыйылған йəмəғəт, бына ғəлəмəт, бик хуплап ҡаршы алманы был ниəтте. Анауында минең мөгəрəбем бар, тип борсолоу белдеүеселəр табылды, уны емерһəгеҙ, мин нимə эшлəйепм? Улай-былай ҡоймаларҙы буяғыҙ ҙа, еткəн, тигəндəр ҙə булды. Ит яҡшылыҡ - көт яуызлыҡ тигəн кеүек, 15%-ын ғына район түлəй был аҡсаларҙың, ҡалғаны - дəүлəттəн. Аңламайһығыҙмы ни яҡшылыҡты? Ахырҙа, эште барыбер башларға булдылар, əлегə ҡоро һүҙҙə генə, бына программаға инеп китһəк, башҡорт ихатаһының эскиздарын күрҙəк, унда үҙегеҙ ҙə арттан йөрөрһөгөҙ - беҙҙең ишек алдын матурлағыҙ инде.

Тулы материал үткән һанда баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: