

Свобода ауыл биләмәһе башлығы кисә шулай тине. "Салауат Юлаев"ты дәртләндерәйек тип, Өфөгә хоккейға барғайны кинйәләр, шуны һөйләй - "Юшатыр".
- Бер ҙә тик тора белмәйһең, йыбанмайһың. Бер ҡараһаң бында, икенсе ҡараһаң - тегендә.
"Айыҡ ауыл" да ҡатнашып, эскеселәрҙе генә түгел, әллә йәшен дә кәметте, Фәнис Мансур улы йүгереп кенә йөрөй, йәшәрҙе лә китте кеүек. Ана, төнгә ҡалам тип тормаған, башҡалаға сыҡҡан да киткән. Дөрөҫ, команда еңелде, юл ауыр булғандыр, шуға йырлай-йырлай ҡайтмағандарҙыр (йырлаһаң, юл ҡыҫҡара кеүек, Салауат еңелгәс, йырларға дәрттәре булдымы икән? Ай-һай).
Юлда йырлай алмағандарҙыр, уның ҡарауы, Яңы Морапталда, күңелдәрен бушатып, рәхәтләнеп йырлап, бик шәп ҡунаҡ булып ҡайтҡандар.