https://youshatir.ru/articles/yuanysly-va-i-a/2022-10-15/s-b-hete-2990199
Бер түгел, ике улы йөрөй ут эсендә, 8 ай, ошо 8 ай эсендә Наил ағай менән Рәйфә апайыбыҙ нимә генә уйлап, нимә генә кисермәгән, үҙҙәре генә белә. Һәм бына, Хоҙай рәхмәтенән булып, Рәфистәрен йылы ҡосаҡтарына ҡыҫырға насип итте. Һалдатты (офицерҙы!) ҡаршы алырға Көйөргәҙе районының Абдул ауылы халҡы, ауыл хакимиәте килгән, бындай ҡыуанысты аҙаҡҡы тапҡыр ҡасан татығандарҙыр - иҫтә түгел.
Алда ошондай уҡ ҡыуаныслы мәлдәр күп булһын, Рифатты ла, башҡа улдарҙы ла әсәләре ҡайнар ҡосағына ҡыҫа алһын.