Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
17 Августа 2023, 11:00

Мәғәнә

Бөгөнгө иртә һәйбәт башланды. 

Мәғәнә
Мәғәнә
Тормошта ошолай була: күҙҙе тырнап асаһың, аңҡы-тиңке булған, әле ысынбарлыҡҡа бик ҡайтып өлгөрмәгән мейе шунда уҡ төрлө уйҙарҙы ҡайната, фәлсәфәгә бирелә башлай: был донъяла ниңә, нимә тип йәшәйем? Минең көн дә ҡайҙалыр сабыулауым, кем менәндер аралашыуым, бәхәстәрем, фекер алышыуҙарым... быларҙың барыһында ла мәғәнә бармы? 
Был һорауға яуапты бөгөн, ниндәйҙер кимәлдә, таптыҡ. Гөлнур Хөсәйенова Башҡортостан Журналистары Союзының Почетлы грамотаһына лайыҡ булды! 
Ысынында, был грамотаны теге көн Мораҡта уҡ биргәйнеләр, Гөлнур үҙе, ялда булып, бара алмай ҡалғайны сараға. Әрләндек. Ниңә иң һәйбәт журналисығыҙҙы алып килмәнегеҙ? 
Ғәйепте төҙәттек - бөгөн үҙенең ҡулына тапшырҙыҡ Союз рәйесе Вәдүт Исхаҡовтың ҡултамғаһы ҡуйылған юғары баһаны. 
Ғүмерҙең татлы был минуттарын Гөлнур Әхмәт ҡыҙы үҙе генә кисермәне, еле беҙгә лә ҡағылды - эшебеҙҙең мәғәнәһе бар икән.
Коллегабыҙҙы наградаһы менән ихлас ҡотлайбыҙ, бөгөнгө һымаҡ иртәләребеҙ йыш ҡабатланһын ине. 
Автор:
Читайте нас: