"Ынйылар". Һәр кешенең күңеленә хуш килгән, төп эшенән тыш, шөғөлләнгән һөнәре була, хобби, руссалап әйтһәк. Ике редакцияның ике Айгөлө күптәнән бирле бейеүгә йөрөй, һәр ваҡыт, эштән иртәрәк китеп, репетицияға баралар, уны ҡалдырырға ярамай, ансамбль бит ул, береһе, ниндәйҙер һылтау табып, килмәһә лә гармония боҙола, бейеү килеп сыҡмауы бар.
Ике Айгөл тураһында бер тапҡыр яҙған инек, бына әле иҫкә алырға тағын сәбәр булды - отчет концертын ҡуйғандар. Тамашаны кем ҡараған һаман булһа иҫенә килә алмай йөрөй, ынйыларға ҡарап, күҙҙәре ҡамашҡан, аңы томаланған.