Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
21 Сентября , 08:16

Барып етергә кәрәк

Элвин Грей маҡтаған Ғафури ҡалаһында булдыҡ. 

Барып етергә кәрәк
Барып етергә кәрәк
Радик яңғылышҡан тип, уны һүкһәләр ҙә, әллә ни алдамаған ул - Красноусольск ҡайһы бер килделе-кителе ҡалаларҙан да шәберәк. Кисә быныһына үҙебеҙ шаһит булдыҡ - ауыл буйлап, уның барлыҡ матурлығын күреп, әйләнеп сыҡтыҡ.
Бында Көнъяҡ зонаға ҡараған журналистарҙың семинары үтте. Көн һалҡынса булһа ла, күңелдә ҡояш нурҙары уйнаны, күптәребеҙҙең бер-береһен күптән күргәне юҡ. Эшкә кәрәкле тип, бер нисә дәрес үткәрҙеләр, итернетта нисек эшләргә, гәзитте нисек дөрөҫ төҙөргә, фотоларҙы ҡайһылайтып ҡуйырға, мәҡәлә исеме нисек яңғырарға тейеш... Әлбиттә, бүләкләүе лә булды, ҡулына грамота тотҡандар араһында беҙҙең дә булыуыбыҙ, гәзитебеҙгә мәртәбә өҫтәне, эт күңеле - бер һөйәк, маҡтап та ебәрҙеләр, сайтыбыҙ арыу ғына эшләй икән...
Иң көтөп алғаны - киске аш (банкет тип әйтәләр уныһын). Ниңә улайҙыр, табын артында һөйләшеү икенсерәк була, ихласыраҡ, күңеллерәк, йылыраҡ, бер беребеҙҙең йылыһын тойоп ҡайттыҡ, ҡыҫҡаһы. 
Киләһе йыл беҙҙе Стәрлетамаҡ көтә, семинар унда буласаҡ. Ҡайһы бер журналистар алдан уҡ план да ҡора башланылар: икенсе йылға шулай итербеҙ, былай итербеҙ... Уларҙың һүҙҙәрен йөпләп ҡуйҙыҡ: шул мәлдәргә, иҫән-һау булып, барып ҡына етәйек. 
Автор:
Читайте нас: