Все новости

Дискредитация

Кисә төштән һуң шылтыраталар.

Дискредитация
Дискредитация
Өфөнән. 
- "Әней йәштәре" тип аталған мәҡәлә сыҡҡан икән, унда ниндәй әсә илай, ниңә илай ул?
-  ... 
- "Айыҡ ауыл" конкурсына аяҡ салыусылар бар, шуға һорайым.
- Беҙҙә нимәһе дөрөҫ түгел йәки насар итеп яҙылған? 
- Әле аңлап етмәнем.
- Һеҙ аңламаһағыҙ (ситтәге кеше бит), урындағылар бик яҡшы аңлай, был пост мәҡәлә түгел, анонс ҡына, тулы репортаж гәзиттә баҫыла. Кем ошаҡлаша ул?
- Был конкурсҡа 50 миллион һум аҡса бүленә, бик һәйбәт бәйге ул, ауылдар өсөн ҙур ярҙам... Башҡа бер ҡайҙа ла юҡ, беҙҙә генә бар.
- Уныһын беләбеҙ, ә конкрет беҙҙең осраҡта ни ере менән был пост кемгәлер ярамаған?.. 
Ошолай юҫыҡта булды һөйләшеү. Аҙмы-күпме ваҡыт үткәс, Шәбағыш ауылы биләмәһе башлығы ла шылтыратты:
- Насар итеп яҙғанһығыҙ тиҙәр..
- Кем әйтә?
- Ҡыҙҙар. Үҙем уҡыманым. 
- Ҡыҙҙарҙың исеме бармы?
- ... 
Ҡыҫҡаһы, аптыраш булғас, бөгөн, гәзиттең ошо мәҡәлә баҫылған битен тотоп, Шәбағышҡа юлландыҡ. Башлыҡҡа күрһәттек. Эшебеҙҙе бер аҙ аңлатып маташтыҡ. 
- "Айыҡ ауыл"ға аяҡ салыусылар (Өфө кешеһе әйтмешләй, дискредитациялау), булған кеүек, беҙҙең яҙмаларҙы ла оҡшатмаусылар күп. Нимәһе насар: аҫтыртын эш итәләр. Шуға, Зиннур Мысырғәли улы, һеҙгә рәхмәт, тура үҙебеҙгә шылтыраттығыҙ. 
Уңайы тура килгәндә, биләмәнең эштәре тураһында ла әңгәмә ҡорҙоҡ. Байтаҡ һәйбәт эштәр башҡарылған, (был турала, яйы булғанда, яҙылыр). Ҡул ҡыҫышып, хушлаштыҡ. Ә бүрәнә аша бүре күргән, беҙҙең яҡшы яҡҡа күҙ йомоп, киреһенсә, эшебеҙҙе насарға сығарырға тырышыусыларға кәңәш: һәр кем үҙ урынығыҙҙа булығыҙ, иң мөһиме, үҙ-үҙегеҙҙе дискредитацияламағыҙ.  
Автор:
Читайте нас: