Уның үҙе күренмәҫ элек, тауышы сыҡты. Быйылғы йылдың тәүге ҡунағы - Илдар Таипов.
Бая яҙылған посты уҡыған да килергә булған. Ҡулы буш түгел, етмәһә, Яңы йыл бит, бер юлы ҡотлап китәйем тигәндер.
Һәр кемдең үҙе генә яратҡан темаһы була, кем менәндер осрашаһың, һүҙҙе сәйәсәтме, спортмы, ҡатын-ҡыҙ тирәһенәме (ир-аттарҙың яратҡан темаһы) бороп ҡара, үҙ эшенә мөҡиббән киткәне мотлаҡ теманы үҙ яғына ҡайырасаҡ. Илдар Хөрмәт улының, билдәле, үҙ иткәне - тарих. Әле лә үткәндәрҙе онотмайыҡ тип йөрөүе.
- БРГИ-ла Диҡҡәт Бураҡаев кабинеты яһайым быйыл. Эштәр, әле һүҙҙә генә булһа ла, башланды.
И. Таиповтың пландары ҙур, күбеһе менән бүлеште, хатта район музейна бүләк итерҙәй бай ҡомарҡы-экспонаттары барлығын да әйтте (Мотал ауылының боронғо картаһы, Мораптал совхозының мисәте, спиртзаводтың ни ғиллә менәндер һаҡланып ҡалған телефоны).
- Пландар күп, уларҙы тормошҡа ашырырға һаулыҡ ҡына булһын, - шулай килешеп хушлаштыҡ.
Илдар Хөрмәт улы - беҙҙең беренсе ҡунаҡ, асыҡ күңелле, ябай кеше ул. Тәүге килгәне шундай икән, тимәк, йыл дауамында ишегебеҙҙе яҡшы кешеләр генә асасаҡ, тупһабыҙ аша яман хәбәр ҙә кермәҫ.