Һәр ваҡыт барыһы ла шыма ғына бармай, үҙең ғәйепле булып та, ғәйепһеҙҙән дә әрләнергә, һүгелергә, төрлө һүҙ-ҡушамат ишетергә тура килә.
Әҙәм аҡтығы, сволочь, мөртәт.. былары еңелсә әйтелгәндәре, күбеһе, әлбиттә, яҙырға ярамаған һүҙҙәрҙән тора.
Әммә ошоғаса "Олень" тигәндәре юҡ ине. Бик алама һүҙҙер, кисә Һомай пародияһына ҡарата бер кеше шулай тип атап һүкте.
Ҡыҙыҡ булып китте, боландың әҙәм балалары алдында ниндәй ҙур гонаһы бар икән, үҙен шулай алама кешеләргә тағырҙай булғас?
"В легендах и преданиях башкир олень выступает в роли покровителя рода, защитника детей и сирот, спасителя людей, попавших в беду" - бына ошолай тип яҙылған был хайуан хаҡында.
Мәғәнәһен белмәһәм, бәлки, ныҡ үсегер инем, ә былай булғас... Эйе, мин - олень.