Беҙҙең төркөмдән материалдарҙы күптәр ала - инернет ишектәрен бикләп ултырып булмай. Ҡай саҡ, ихтирам йөҙөнән, һылтанма ла ҡуялар - Юшатырҙан алынды. Рәхмәт.
Бер ҡала төркөмө лә, йыбанмай, юҡ-юҡта, беҙҙән материалдарҙы һелтәй. Бәғзе ваҡыт һылтанма ҡуя. Ә ҡайһы берҙә онота. Улай ғына түгел, башҡортсаны һүҙмә-һүҙ тәржемә итеп, оятҡа ҡала (яндексты әрләргәме, кемде?). Бына әле лә... Кисә Ермолаевола ике һалдатты оҙаттыҡ, был төркөм аптырап-алйып ултырмаған, мәҡәләне, фотоларҙы алған. Тик... икенсе гәзиткә һылтанған. Бәлки, алдамаған, ысынлап та, икенсе гәзиттең мәҡәләһе, фотоһы тиер инең, фотолар бермә-бер, копия кеүек, беҙҙекенә тап килеп тора. Быныһы ярар, тәржемәһе... Ғәзиз ерҙең русса әйтелешен белә инегеҙме? Баҡһаң ул былай тип әйтелә: Газизовская земля.