Беҙ алдараҡ Виталий Анатольевич хаҡында яҙғайныҡ, ғинуарҙың бөгөнгө иртәһендә, ҡыҙғаныс, яуҙа һәләк булған йәнә бер егетебеҙҙе мәңгелек йортона оҙатабыҙ - Никитин Александр Олеговичты ла.
Виталий Молокан ауылы егете, 1998 йылғы, мобилизация буйынса яуған 2022 йылдың октябрендә киткән, ә Саша (1993 йылғы) 2024 йылдың 27 декабрендә. Молокан ауылы егете 2024 йылдың 7 октябрендә һәләк булған, Ермолаево ауылында тыуған Александр 2025 йылдың 26 июлендә.
Беҙ Виталийҙың туғандарының – ҡатыны- Светлана Валерьевнаның, балалары- Карина Витальевнаның, Юлия Витальевнаның, Вероника Витальевнаның, әсәһе Регина Радик ҡыҙының, атаһы Анатолий Михайловичтың,
Александр Олеговичтың яҡындары – әсәһе - Елена Юрьевнаның, бер туғандары - Владимир Олеговичтың, Денис Олеговичтың һәм Инна Олеговнаның ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.