Бөтә яңылыҡтар
Афәт
4 Ғинуар , 10:57

Ғүмерҙәрҙе булмай һатып алып

Виталий менән аҙна башында хушлашабыҙ. 28 генә йәшлек егетте Молокан ауылында ерләйҙәр.

Ғүмерҙәрҙе булмай һатып алып
Ғүмерҙәрҙе булмай һатып алып

В. Еникеевтың, дөрөҫөрәге, уның ғаиләһенең тарихын күптәр белә. 2024 йылдың декабрендә Молоканда йорт янды. Балалар янғындан (ғаилә күп балалы) ҡыштың зәһәрендә ялан аяҡ сығып ҡасты. Бәхеткә, бөтәһе лә, әсә кеше лә, иҫән ҡалды. Бөтөн мир менән был ғаиләгә ярҙамға ташландыҡ – мәсет тә ярҙам итте, ауылдаштар, Ғаилә үҙәге, властар. Хәбиров та аҡса бирҙе. Һөҙөмтәлә йорт һатып алдылар (былар барыһы ла «Юшатыр»ҙа яҙыла барҙы). Бәләгә аяныс өҫтәгәне: атай кеше, ғаилә хужаһы һуғышта ине...

Хәбәрһеҙ юғалды тинеләр уны, шулай ҙа, уның иҫән ҡалыуына өмөт аҙ ине, йәшерене юҡ. Бына Виталийыбыҙ тыуған төйәгенә ҡайтты...

Йортто ла, донъя көтөр өсөн башҡаһын да һатып алып була, йәл, ғүмерҙәрҙе генә бер ниндәй аҡсаға ла алып булмай. Кемделер ҡайтарыр өсөн әллә күпме миллиондар бирерҙәй булғандар бер Еникеевтар ғына түгел.

Ғүмерҙәрҙе һатып алып булмай
Байлыҡтарың сиктән ашһа ла .
Хоҙай биргәненән уҙып булмай
Йәшәү хисең тулып ташһа ла.
Бер кем белмәй, ғүмер шәмдәренең
Ҡайҙа, ҡасан, нисек һүнәһен.
Бер кем белмәй үткән ғүмер өсөн
Ҡайҙа, кемдең нисек түләйһен.
Ғүмерҙәрҙе һатып алып булмай
Үлсәп булмай һалып бизмәнгә.
Аллаҡайым инде ярлыҡаһын
Был донъянан үҙе биҙгәнгә.
Гүзәлиә Исламова.

Беҙ В. Еникеевтың туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас