Был магазин тар. Керһәң, мотлаҡ береһенә бәреләһең, ышҡылаһың, ҡағылаһың ("Ой, яңғылыш булды, ғәфү итегеҙ"). Кеше күп йөрөй, бигерәк тә, эш көнө бөткән мәлдә йәки төшкө аш ваҡытында - аҙыҡтары шәп. Хаҡы, эйе, ҡыйбатыраҡ, әммә үҙеңә алаһың бит, һатыулашып тороуы артыҡ, йәшәгәс, йәшәргә кәрәк, үҙ-үҙеңдән йәлләмәйсә.
...Икмәк кәштәһе өҫтөндә беҙ торабыҙ. Ҡапылғара күрмәнек, икмәктәре бөтөп бара икән (уны һап итергә генә торалар, өлгөрһәң өлгөр, өлгөрмәһәң, үҙеңә үпкәлә), ала һалып ҡалырға кәрәк тип, ҡулдар эҫе икмәккә үрелгәйне генә... Гәзит күҙгә ташланды.
Тап улар тураһында ине был мәҡәлә. Ғүмерҙә лә Почет таҡтаһына эләккән юҡ ине, әле беҙ үҙебеҙҙе алдынғы механизатор, ныҡ күп һөт һауған һауынсы, планды әллә күпмегә арттырып үтәгән завод эшсеһеләй тойҙоҡ. Рәхмәт.