Бөтә яңылыҡтар

Көтөлмәгән бүләк

Бүләктең шундайы ҡәҙерлерәк була.

Көтөлмәгән бүләк
Көтөлмәгән бүләк

Иртә менән ул килеп инде. Иҫке Мораптал ауылы старостаһы Камил Хәсәнов. Күптән күренгәне юҡ ине, теге саҡ ауылдарында булған бик шәп сарала ғына күрешеп ҡалған инек. 

Бөгөн беҙҙең редакция ҡыҙҙарына бик елле сюрприз яһаны – 8 март байрамы менән ҡотлап, бүләктәр алып килгән. Көтөлмәгәндә, ҡапыл булды был, шуға шатлыҡ та баштарҙы нығыраҡ әйләндерҙе.

Рәхмәт, Камил Рауил улы. Күңел байлығың менән беҙҙе лә байттың.

Автор:
Читайте нас