

Килептереп матур үҙе, арыу ерҙәргә генә кейеп барырлыҡ. Фәрзәнә апай Әбсәләмова бүләк итте. Көтөлмәгән бүләк булғас, айырыуса шатландырҙы.
...Түбәтәйгә байылды. Теге заман үҙемдеке ғәйеп булды тип яҙғас, бер нисә кеше таптыңмы ла таптыңмы тип белешкәйне, Тәлғәт Шаһманов ағай хатта, мә, бик булмаһа, минекен ал тип тә йомартланды. Табылды ул. Кинйә-Абыҙҙан ҡасҡалаҡ ҡайтып еткәнсе яңыһын да алып өлгөрөлгәйне һәм, бына килеп, яҙмыш йәнә береһен насип итте.
- Атҡаҙанған исемен алғаныңда (декабрь, былтыр) нәҙер итеп әйткәйнем, кейәүгә түбәтәй бүләк итәм, һүҙемдә торҙом, иҫән-һау кейеп туҙҙыр - тине апай.
Башҡа ябай түбәтәй түгел, батшалар тажы кейҙерҙең, Фәрзәнә апай, ҙур рәхмәт, мине ҙурлағаның өсөн Аллаһытәғәллә үҙеңде ҙурлаһын, ҡатын-ҡыҙға бәхетле булһын өсөн нимә кәрәк, барыһын да алдыңа сығарып биреп кенә торһон.