

Интернет менән бәлә, йә ул бөтөнләй юҡ, йә, булһа ла, әллә ҡалай эшләй. Тотмауы бер хәл, беҙҙең яҙғанды үҙенсә итеп, бороп, нисек теләй, шулай күрһәтә.
Кисә Күмертау ҡалаһында ҡала башҡорттары ҡоролтайы үткәргән сара менән ҡыҙыҡһынып, бер уҡыусыбыҙ, смартфонынан кереп, уҡыйым тиһә... Бына ҡалай килеп сыҡҡан яҙыуы. Ҡоластың расширениеһы бер нәмә, быныһын аңлап була, ә бына Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 14 йыл ғына үткән тип күрһәтеүен нисек аңларға? Бындайҙы уҡығандан һуң, ҡолас түгел, күҙҙәр расширились.
Интернет менән эштәр артабан да былай барһа, әллә инде, алда тағы нимәләр күрербеҙ, нимә уҡырбыҙ?