

Заманы килде – нимә генә уйлап тапмайҙар. Бер нисә тиҫтә йыл элек кенә кемдең йортонда телефон бар, шул ауылда иң бай, иң затлы кеше һанала ине – теләһә кемдең өйөнә телефон ҡуймайҙар. Хәҙер... Имсәктән айырылып өлөгрмәй бала, ҡулында смартфоны бар (айфон таптырып алғандары ла бар).
Яһалма интеллект тигәне әле һуштан яҙҙыра. Нисек кенә ҡыялтмайҙар уны. Яңыраҡ бер йыр сыҡты, яҡташыбыҙ Ю. Шатунов йыры. Уны бөтөн Донъяға билдәле йырсы Канье Уэст башҡара. Ысынлап та ул йырлай икән тиһәк (йыры ғәләмәт шәп килеп сыҡҡан – тыңлап туйғыһыҙ), әлеге интеллект яһап сығарған икән. Фотоһүрәттәрҙе йәнләндерә был яһалма аң. Теге саҡ мәрхүм Фәнир Малбаевтың хәтер кисәһендә уны ла йәнләндерҙеләр экранда, Фәнир Саҙрытдин улы йылмайҙы, нимәлер тип һөйләнде лә хатта. Беҙ ҙә, ҡыҙыҡ күреп, үҙебеҙҙе йәнләндереп маташтыҡ. Иҫке фотоны. Бына нәмә килеп сыҡты.
... Бер төймәгә баҫып ҡына йәшлеккә кире ҡайтып, унан бигерәк, үлгәнгә йән өрөп булһа икән.