

Өҫтәлде йәйеп кенә йөрөһәк, ишектән Руция Даутова күренде. Беҙҙең элекке хеҙмәтҡәр, Күмертау, Көйөргәҙе халҡы уны яҡшы белә - төрлө ерҙәрҙә эшләне, шул иҫәптән, беҙҙең баҫмаға ла, асҡандан алып, байтаҡ ғүмерен бирҙе. Белемле, оҫта журналист, уҡытыусы, дәртле, бер ҡасан бер нимәгә бирешмәҫ ҡатын. Күп бала әсәһе. Руция Фәтҡулла ҡыҙы менән күрешмәгәнгә биш былтыр, уның барыһы лә һәйбәт, малайҙарының хәле лә шәп икәнен белгәс, ифрат ҡыуандыҡ. Ятҡанда ла, торғанда ла бер мәсьәлә тигәндәй, милләт хәлдәре тураһында (Руция апай һаман шул Руция апай - халҡы киләсәге хаҡында онотмай) гәп һаттыҡ, янында Земфира Усманова апай, уның да, әсә, ҡатын вазифаларанынан тыш, мөғәллимә йөгө лә бар. Һин нисек тә мин нисек - ваҡыт тар (һәр саҡтағыса), әммә бөтәһенә төшөнөргә ошо бер нисә минут етте - беҙ бөтәбеҙ ҙә яҡшы кешеләр.
Шулай яҡшы булғанға ла, ҡунаҡтар барыһы бер юлы килде, Әбделәхәт абзый Исхаҡов та, уйламағанда, килеп инде. Шәп булды, маҡтап ҡына йөрөгән мәле. Уның хәстәре билдәле: яңы ғына ауылында мәсет астылар, шуның турала үҙе килеп йәнә бер әйтеп китергә булған. Бик мәслихәт, ҡунаҡтың әйтмәй килгәне ҡәҙерлерәк була.
Рәхмәт, туғандар, үҙегеҙҙән һуң бик йылы хистәр ҡалдырҙығыҙ, йышыраҡ килегеҙ, артабан да, бирешмәй, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа бергә ынтылайыҡ.