

- Ҡот осҡос һаҫыҡ булды, тыштан өйгә ҡасып керәм тиһәң, өйҙә лә шул уҡ хәл. Ризыҡҡа, кейемдәргә һеңеп бөттө, хәҙер эшкинмәгәнен ташлағанын ташлап, йыуа алғанын йыуып кире тотонорға инде. Ашамлыҡ әрәм булды. Баҡсала ултыртылған еләк-емештәр ни хәлдәлер, былай һин дә мин кеүектәр, тик уларҙы ашарға ярармы – аптыраҡ, - беҙ урамда ике ирҙе тап иттек, шулар һөйләй, -эт менән бесәй былай үҙҙәрен арыу тойған һымаҡтар, хәйер, кем белә, хайуан һиңә һөйләй аламы ни? Тауыҡтар ҙа иҫән. Кисә ошо авария булғас та, ауыл бушап ҡалды – күптәр ҡалаға һыпыртты, кемделер, автобусҡа тейәп, Илкәнәй мәктәбенә алып барҙылар. Әле кире ҡайта башланылар, яйлап. Мин үҙем бына алама футболка (төртөп күрһәтә), тишек трико менән сығып ҡастым ауылдан, ҡатын асматик, етмәһә, һин киткәс, мин дә барам ти. Ҡулға телефонды ғына алдыҡ та – алға. Еҫ әле һаман бөтмәгән, күҙҙе йыртып инеп килә, үҙең дә һиҙәһеңдер.
Иҫән бул да имен йәшә тип, хушлаштыҡ. Бәләкәй Муса, ауыр еҫе менән тороп ҡалды. Нимәһенә йыуандыҡ (ә тағын нимә эшләргә ҡала?): донъяла бынан да ҙурыраҡ бәләләр бар, беҙҙәгеһе ошоноң менән бөтһөн ине.
Ошо уҡ темаға алдараҡ: Бәләкәй Мусала ниндәй ҙур ҡаза булған?