

Ата-бабанан ҡалған мираҫ юҡ, бар булғаны - үҙең тапҡаны. Шулай ҙа, юҡ-юҡта башҡа аҙҙырғыс хыял килә: ҡайҙалыр ниндәйҙер бай туғаның йәшәһә икән, мәҫәлән Совет власынан ҡасып киткән (кулак булған), сит илдә ғүмере буйына йәшәгән, әлбиттә, ныҡ бай булған - магазин тотҡан, үҙ фирмаһы булған. Һәм йәтим булған. Үлеп китер алдынан тыуған илдәрҙе иҫкә төшөрөп, бар булғанын һиңә мираҫ иткән... Бер юлы былай ҙа саҡ торған күңелде илертеп, Индонезиянан хат килде-килеүен, имеш, олатай аварияла һәләк булған, миллиондарын нишләтергә белмәй, миңә ҡалдырған. Ул саҡта, нисек кенә ҡыйын булмаһын, был фәнтәзигә ышанмаҫҡа баш еткәйне. Бына бөгөн йәнә бер хат ебәргәндәр:
Дорогой друг,
Я нашла ваш адрес электронной почты через Google, когда искала надежного человека, готового принять пожертвование (девять миллионов евро) для благотворительного проекта, направленного на помощь нуждающимся сиротам и вдовам в вашей стране.
Мне 65 лет, я вдова из Испании, у меня нет детей. Я давно страдаю от рака, и, поскольку врачи говорят, что мне осталось жить совсем недолго, я решила пожертвовать средства, оставшиеся после моего покойного мужа, вместо того чтобы оставлять их банку. Жду вашего ответа, чтобы предоставить дополнительную информацию и рассказать о себе подробнее.
С миром Господним, Г-жа Алисия Наварро.
Был юлы ла баш тартырға тура килер. Берҙән, ун миллион евроны (!) нимә эшләтергә белмәй яфаланырмын (ҙур аҡса менән эш итеү өсөн тәжрибә, айыҡ аҡыл кәрәк, ә улар миндә икеһе лә юҡ), икенсенән туғандар күбәйер ҙә китер, уның артынан талаш-тартыш, күрә алмау, ҡарғыштар барлыҡҡа килер. Ас тамағым- тыныс ҡолағым, нисек кенә ауыр булһа ла, ун миллион евронан баш тартам, госпожа Алисия. Рәхмәт, ғәфү итегеҙ.
Алдараҡ: Индонезияға нисек барырға?