Теге көн бер кем көтмәгәндә-уйламағанда, ҡапыл ғына мәктәптә йығылып, яҡты донъя менән
хушлашҡайны ул. Ҡыҙғаныс, ҡотҡара алманылар, реанимацияла йәнен бирҙе. Бөгөн уны күмделәр. Әжәл сәбәптәре (нисек, баҙнат итеп, сабыйға ҡағылған ул?) һаман билдәһеҙ. Өфөнән экспертиза һөҙөмтәһен көтәләр. Барлыҡ Бөгөлсән бөгөн һығылып төштө. Кешеләргә ҡушылып, тәбиғәт үҙе лә һыҡраны, буғай.
Йәнең йәнәттә булыр, балаҡай, туғандарына йәнә бер ҡат сабырлыҡтар теләйбеҙ.