Һалдаттарҙы ерләмәгәнгә теүәл бер ай тигәндә (
Ҡансыра ауылы егете Русланды 8 августа ғына һуңғы юлға оҙатҡайныҡ), йән өшөтөр хәбәр килде - Маяҡ ҡасабаһы егете һәләк булған. Абдрахманов Азат. Йөҙөнә ҡараһаң, бала ғына сағы уның, ашар аштары, күрер бәхет-шатлыҡтары, барыһы ла, әле алда булған, тормош рәхәттәрен татып та өлгөрмәгән сабый.
Йәнең туп-тура ожмахҡа ҡарай осҡандыр, Азат, бәхил бул.
Ошолай тип, хәҙер инде ятлай яҙып бөткән һүҙҙәрҙе йәнә ҡабатлайбыҙ һәм һорау бирәбеҙ - ҡасан булыр бының сиктәре?
Егеттең ата-әсәһенең ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.