Ҡыш һаман булһа ҡарышһа ла, яҙ яҙлығын итә, барыбер еңәм мин һине тип, әкренләп кенә булһа ла, үҙ хоҡуғына ирешә бара.
Ҡыҙғаныс, был яҙҙы ул күрә алмаясаҡ. Бөгөн Айсыуаҡ ауылы егете
Киракосян Лева менән мәңгелеккә хушлаштыҡ.
...Әсәнең һыҡтауы "Йәшлек" мәҙәниәт һарайы алдын ғына түгел, бөтөн Ермолаево ауылын, ҡайҙан ауыл ғына булһын, бөтөн донъяны тултырҙы. Малайына утыҙ ҙа тулмағайны, етмәһә, ике айҙан балаһы тыуырға тора...
Репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыласаҡ.