Все новости
Афәт
14 Декабря , 11:42

Ҡайтам тигәйнең бит, Марат абзый...

Беҙ һине хакимиәт ҡаршыһында оҙатып ҡалғайныҡ.

Ҡайтам тигәйнең бит, Марат абзый...
Ҡайтам тигәйнең бит, Марат абзый...

Таң менән, иртә килгәйнегеҙ, әле береһе лә юҡ, беҙ генә, шул ваҡыт, һеҙҙе күптән белгән кешеләй, шунда уҡ яҡын иткәйнек, ҡосаҡлашып тиерлек күрештек, һөйләшеп торҙоҡ, аҙаҡ, шулай уҡ, ҡосаҡлашып хушлашлыҡ. Иҫән генә ҡайт, Марат абзый, тинек, ҡайтҡас, эй, бар донъяны онотоп, бер типтерер инек тип, хыялды ла әйттек. Ул саҡта башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Азамат Сәйфуллин "Һуғыш тамамланыуға бара шикелле" тип, өмөт уятып та ебәргәйне. Күңелдә, һин барып еткәнсе, бәлки, бөтөп тә ҡуйыр тигән яҡты уй яралды. Һин беҙгә иҫән ҡайтам тигәйнең...
Әле генә булған кеүек барыһы ла, хәйер, һине оҙатҡан көн 14 октябрь генә ине...
Бына бөгөн тыуған ауылыңда - Яңы Морапталда - һинең менән мәңгелеккә хушлашып торабыҙ.
Беҙ Марат Вахитовтың ҡыҙының, бөтөн туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, йәндәрең йәннәттә булһын, Марат абзый.

Автор:
Читайте нас: