Бөтә яңылыҡтар
10
Афәт
5 Апрель , 16:35

Күңел ҡабул итмәҫ хәбәр

Яуҙа Андрейыбыҙ һәләк булған.

Күңел ҡабул итмәҫ хәбәр
Күңел ҡабул итмәҫ хәбәр

Насар хәбәр бер нисә көн элек үк килеп етте.
Уҡыныҡ, тыңланыҡ - күҙ ышанманы, ҡолаҡ ишетмәне, күңел ҡабул итмәне. Тик насар яңылыҡты кире ҡағыу, уны инҡар итеү генә беҙҙе афәттән ҡотҡарамы?

...Яңы ғына редакциябыҙ менән бәйләнешкә сығып, районыбыҙ халҡына сәләмдәрен ебәргәйне ул. Алдағы тормошҡа пландары ла күп ине егетебеҙҙең... "Я везучий, везде прорвусь", - тигән һүҙҙәренә беҙ бик өмөтләндек. Тик дошман снаряды барлыҡ хыялдарҙы ҡырҙы, яугирыбыҙҙы юҡ итте.

Андрей Геннадьевич Ишмөхәмәтовты киләһе аҙнала Свобода ауылында ерләйәсәктәр. Бәхил бул, Таймаҫ егете.
"Юшатыр" гәзите Андрейҙың яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлаша, сабырлыҡ теләй.

Автор:
Читайте нас: