- Китеп барһаҡ, ҡаршыға бер колонна һалдат осраны, араһынан кемдер «Андрей» тип ҡысҡырҙы. Тертләп киттем, береһе лә бында мине исемем менән атамай, позывной менән генә бер-беребеҙгә өндәшәбеҙ. Һалдаттар араһынан (былар штурмовиктар ине) береһе сыҡты, бите ҡаплы – балаклава кейгән. Таныйһыңмы, ти. Юҡ. Битлеген систе. Динар икән. Ҡосаҡлаштыҡ. Беҙҙекеләргә сәләм әйт тип китеп барҙы. Бына, Динарыбыҙҙың сәләмен һуңлап булһа ла, һеҙгә еткереп торам, - Таймаҫ ауылы уҡытыусыһы Татьяна Исҡужина Д. Араптанов менән хушлашҡанда әле шулай тине. Йәнде ҡыҫыу алды: хәҙер инде Андрей ҙа юҡ, Динар ҙа юҡ.
Репортаж тулы вариантта гәзиттә йома көнө баҫыласаҡ.