Афәт
4 Октября 2025, 10:39

Тормошҡа ашмаған теләк

Улар Күмертауҙың Комсомол урамында осрағайны.

Тормошҡа ашмаған теләкТормошҡа ашмаған теләк
Тормошҡа ашмаған теләк

Әллә ҡайҙан уҡ күҙгә ташландылар, башҡаларҙан айырылып торалар ине, юҡ, кейемдәре менән генә түгел, ҡараштары менән дә, бүтәндәрҙең күҙҙәренә ҡарағанда уларҙыҡы моңһоуыраҡ кеүек күренде.

Бер һалдатты беләм, ә бына икенсеһе... Эльвир тип таныштырҙы үҙен егет. Бик баҫалҡы икән был тигән уй үтте. Бер аҙ һөйләшеп торҙоҡ та, хушлаштыҡ, бик матур теләктәр теләгәйнек, билдәле, иң мөһим теләк иҫән ҡайтығыҙ тигәне булды. Мәҡәлә гәзиттә баҫылды.  

Бына беҙгә хат килгән. Ошо, теге саҡта "Юшатыр"ҙа баҫылған мәҡәләне һаҡлағандар һәм шуға ҡушып яҙғандар: 

- Богон ошо егетте, Сакаев Эльвир Радик улын hунгы юлга озатабыз. Ул Алмаз мн бер частьтэ хезмэт иттелэр, ауырлыктарзы бергэ кисерзелэр. Окоп казыганда, блиндаж тозогэндэ гел бергэ булдылар. Звонить итеп гел хэлде белешеп торзо, форсат тейhэ видеосвязьдэн дэ hoйлэшэ инек. Бик hэйбэт, итэгэтле егет ине. Без белмэйбез, кэузэheнен бер олошо Украина ла калhа, калган hoйэге Тыуган еренэ кайтты. Январьзын 5 дэ,нас увозят куда то тип звонить итте и шунан бирле хэбэр булманы. Плендалыр тип уйланык. Ошо бер йэтим баланын да Хозай бабай йэнен алмаhа ни була. Тыуган йылы 1989, 26 апрель. Йэп-йэш кешенен йэне кыйылды. Тукэн ауылы егете ине. Эльвир без hине онотмайбыз, йэнен ожмахта булhын...

Автор:
Читайте нас