Салауаттарын алып ҡайтып ерләгәйнеләр. Һәм бына тағын ҡайғы: Яҡуп ауылына яуҙа һәләк булған икенсе улдары ҡайтты- Айбулат Рафиҡов.
Айбулат Нурулла улы 1979 йылғы, Маяҡ ауылындағы училищела тракторсы һөнәренә уҡып сыҡҡан, әрмелә булған. Фронтҡа ул 2023 йылдың сентябрендә киткән, мәрхүм булған ваҡыты – 2024 йылдың 14 майы...
Был ғаиләнән ике ир бала һуғышта яфаларын күргән, беренсеһе, Айбулаттың мырҙаһы, ауыр йәрәхәттәр менән ҡайтҡан...
Шаршамбы көнө Яҡуп ауылы сираттағы улдары менән мәңгелеккә хушлашты.
Беҙ Айбулаттың әсәһенең, Сәриә апайҙың, уның балаларының, Әнисә менән Тимурҙың, башҡа яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.