Улар икәүҙәр – абзылы-мырҙалы, бер-береһенә оҡшап торған һары сәсле малайҙар. Бәләкәсе шуғыраҡ ине, кәрәк саҡта олоһо – Володя - Андрейҙы тыйып та ҡуя, тегенеһе тыңлай. Абзыһы бит. Абруйы ҙур. Ғөмүмән алғанда, Яңы Таймаҫта был нәҫел – Беликтар – бик хөрмәтле һанала. Билдәле, ҡайҙандыр, ситтән килгәндәрҙер улар, шулай ҙа, ошо ергә ныҡлы аяҡ баҫып, ысын хужаларса йәшәйҙәр, ауыл яҙмышы - уларҙың яҙмышы, ихлас кешеләр, һәр береһенә ярҙам итергә әҙерҙәр, Илья Михайловичты белмәгәне һирәк, фронтҡа кем ярҙам итә – ул, кем байрам һайын ауылдаштары янында була, ауылдаштарын ҡотлай, кәрәк-ярағына аҡсаһын йәлләмәй – ул.
Үҙең уҡытҡан уҡыусы булғас, һәр бере үҙең тапҡан бала ише: осрағанынан, ҡыҙ затынан булһынмы ул, ир затынанмы, һорайһың: нисек йәшәп ятыш, эшләйһеңме, балаларың бармы? Тормоштан, иптәшенән, коллегаларынан уңып, аҙып-туҙып йөрөмәй, дер һелкетеп йәшәп ятҡанын белһәң, эй, шатланаһың, маладис, ата-әсәңә, илеңә таяныс булып үҫкәнһең, юғалып ҡалмағанһың.
Ә Владимирыбыҙ юғалды. Һуғыш уты йотто уны. Теге саҡта белгән бәләкәй генә һары башлы малай түгел ине ул, Голливуд аристарынан да матурыраҡ егет булып үҫеп еткән. Күҙҙәре генә үҙгәрмәгән: шулай уҡ, ниндәйҙер сер һаҡлағандай, йылмая биреп, аҡыллы ҡараштары менән беҙгә бағып тора. Һин беҙҙең күңелдә мәңгегә шулай булып ҡалырһың: сибәр, аҡыллы егет.
Владимир Белик менән Яңы Таймаҫта иртәгә хушлашабыҙ. Беҙ Илья Михайловичтың, Надежда Александровнаның, Андрейҙың, Володяның балалары - Арина менән Ульянаның ауыр юғалтыу ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.