Бөтә яңылыҡтар
Афәт
26 Ноябрь , 11:47

Тағы бер улыңды юғалттың, Таймаҫым

Бөгөн был ауылда тағы ла ҙур ҡайғы. Илгиз улдары яуҙа һәләк булды.

Тағы бер улыңды юғалттың, Таймаҫым
Тағы бер улыңды юғалттың, Таймаҫым

Илгиз Вәлитов 2000 йылғы, ошо ауыл гимназияһын уҡып бөткән, әрмелә ярты йыл хеҙмәт иткән, аҙаҡ тыуған ауылына ҡайтып, әсәһенә ярҙамсы булып, йәшәй башлаған. Бик егәрле, кешегә ҡарата алсаҡ булды тип иҫкә ала уны таймаҫтар. Йәл, быйыл 19 июндә генә һуғышҡа киткән, 26 июлдә һәләк булған...

Өйләнеп, бала бағып та өлгөрмәнең, Илгиз. Был донъяла татый алмаған ләззәттәрҙе теге донъяларҙа татырһың тип, үҙебеҙҙе тынысландырабыҙ.

Фидалия, Илнур, Азалия һәм Илгиздең барлыҡ яҡындары, беҙ һеҙҙең әйтеп тә бөтә алмаҫ ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас: