Өс һалдатыбыҙ ҡайтты ауылға
Юҡ, ҡайтманы, алып ҡайттылар.
Туғандары, ата-әсәләре ҡаршы алды илап
Илап ҡаршы алды ауылдаштары.
Үҙебеҙҙең егеттәр ине улар
Вова, Илгиз, Ирек тә.
Йәшәргә тейеш ине бит улар
Тик бәхеттә генә, шатлыҡта.
Ҡайғы килһә килә инде тиҙәр
Яңғыҙ ғына түгел, ҡушарлап.
Тик түҙһендәр, уйланһындар тиеп
Ҡайғы килде беҙгә өсәрләп.
Тик уйланырға урын бар бит, ауылдаштар
Беҙҙә хәҙер ирҙәр түгел
Тик ҡатындар араҡы эсәләр.
Һуғышалар, аҡса таптылар
Ирҙәр түгел, ҡатындар.
Өйөр йыйып, араҡы эҙләп
Урам буйлап кемдәр йөрөй, ҡатындар...
Йөрәк һыҙлай, күңел әрней
Ошо ғибрәтле хәлде күреп.
Тик һуң булыр үкенербеҙ.
Ошо ҡайғы хәсрәтте уйлап.
Ҡасандан бирле мәсетебеҙ ишеге ябыҡ,
Ишетелмәй аҙан тауышы.
Йома намаҙына йөрөмәй ирҙәр
Ҡалғанын да уйлап бирмәй.
Рәйлә Мәһәҙиева, Яңы Таймаҫ ауылы