2024 йылдың 13 сентябрендә генә беҙ Русланыбыҙ тураһында яҙған инек.
«Таймаҫ ауылында тыуып-үҫкән Руслан Хәмитов әлеге ваҡытта яу ҡырында йөрөй.
- Олатайым Хисмәт Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Ул илебеҙҙе дошмандарҙан азат итеүгә ҙур өлөш индергән кеше. Ысын ир-ат, ҡулдарына ҡорал тотоп, һәр саҡ Ватан һағына баҫырға әҙер торорға тейеш", - ти Руслан.
Тыуған яҡтарынан ситтә, яу яланында йөрөгән батыр яугирҙарыбыҙ тиҙерәк иҫән-һау илебеҙгә әйләнеп ҡайтһын, ергә тыныслыҡ килһен, һуғыш туҡтаһын тигән теләктәребеҙ ҡабул булһын. Илһөйәр, рухи яҡтан ныҡлы булған яугирҙарыбыҙға именлек теләйбеҙ».
Мәҡәләнең исеме лә бик матур ине “Теләктәребеҙ ҡабул булһын”. Теләгебеҙ, әммә, ҡабул булманы: «Юшатыр»ҙа, материал сығып, аҙ ғына ваҡыт үткәс тә Руслан һәләк булған – 2024 йылдың 6 октябрендә.
Руслан Хәмитов 1980 йылдың 1 ғинуарында тыуған. Яңы Таймаҫ мәктәбен тамамлаған, әрмелә булмаған, контрактҡа 2024 йылдың 18 июнендә ҡул ҡуйған.
Бөгөн туғандары, ауылдаштары, дуҫтары, Русланды белгән һәммәһе уның менән хушлашты. Беҙ Руслан Радик улының әсәһенең – Вәсимә апайҙың, мырҙаһы Рөстәмдең, апаһы Айгөлдөң, һылыуы Клараның һәм барлыҡ яҡындарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.